

Делегацияны Андрей Назаров етәкләй. Ҙур тармаҡ күргәҙмәһендә 60-ҡа яҡын ил үҙ стендтарын тәҡдим итә.
– Башҡортостандан Ҡытайға тауар ташыу өсөн бер нисә йүнәлеш, атап әйткәндә, машиналар эшләү, нефть химияһы, ашламалар продукцияһы һәм башҡалар бар, шуға күрә беҙ Ҡытайға ҙур делегация менән килдек. Улар бөгөн бында күргәҙмәлә ҡатнаша, үҙҙәренә яңы партнерҙар һайлай. Ҡытай бизнесмендары Башҡортостан продукцияһы менән ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ, бының өсөн бик шатбыҙ. Сара сиктәрендә 20-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылды. Коллегаларыбыҙҙы ноябрь аҙағында Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара бизнес аҙналығында көтәбеҙ, – тине Хөкүмәт Рәйесе.
Күргәҙмәлә Рәсәй һәм Башҡортостан предприятиеларына тышҡы баҙарға сығырға ярҙам итеүсе Рәсәй экспорт үҙәге эшләй. Был илебеҙ етештереүселәренә ярҙам итеүҙең бер төрө. Шуны билдәләргә кәрәк: Башҡортостанда экспортерҙарға ярҙам итеү буйынса иң яҡшы тәжрибәләр ҡулланыла.
Фото: