Балаҡатай районында йәшәгән 17 йәшлек Тимур С. быйыл 28 майҙа юғалды. Егет өләсәһенән үҙе уҡыған колледжға имтихан бирергә тип китә һәм шунан әйләнеп ҡайтмай. Аҙаҡ уның уҡыу йортона ла барып етмәгәне асыҡлана. Егетте туғандары, полиция, ирекмәндәр, ауылдаштары эҙләй.
Һәм бына әле ауыр яңылыҡ билдәле булды. Тимурҙың кәүҙәһе табылған. Был турала уны эҙләү менән шөғөлләнгән “Баш РегионСпас” эҙәрмәндәр төркөмө ирекмәндәре хәбәр итә.
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, егеттең мумияға әйләнеп бөткән кәүҙәһен 5 ноябрҙә урманда осраҡлы рәүештә егерь таба. Кәүҙә Юлдаш ауылы янындағы урманда, ағас янында ятҡан була. Ир хоҡуҡ һаҡсыларын саҡырта. Егеттең ни сәбәпле үлгәнен асыҡлар өсөн судмедицина экспертизаһы билдәләнгән.
Үҫмерҙең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: социаль селтәрҙәр.