Йәмғиәт
9 Ноябрь 2023, 06:45

Донбассҡа гуманитар ярҙам оҙатылды

Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты

Донбассҡа гуманитар ярҙам оҙатылдыДонбассҡа гуманитар ярҙам оҙатылды
Донбассҡа гуманитар ярҙам оҙатылды

8 ноябрҙә Башҡортостандан Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларына, Запорожье өлкәһенә төрлө ирекле батальондар, “Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугирҙәре һәм мобилизацияланған хәрбиҙәре өсөн гуманитар ярҙам менән 100-сө автоколонна ебәрелде. Ярҙам сифатында мобиль мунсалар, төҙөлөш материалдары, утын, мейестәр, генераторҙар, газ плитәләре, йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатылды. Шулай уҡ Өфөнөң Киров районы Запорожье өлкәһе, Благовещен ауылы мәктәбе өсөн дәреслектәр, китаптар әҙерләгән.

“Торатау” конгресс-холында Радий Хәбиров йөк машиналары водителдәренә, шулай уҡ гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙемлек күрһәткән предприятие вәкилдәренә һәм республика халҡына Башҡортостан Башлығының почёт грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

– Мин беҙҙең республика халҡы хеҙмәт иткән ирекле батальондар һәм подразделениелар командирҙары менән аралашып торам. Улар барыһы ла беҙҙең ярҙамды тоя. Уны йыйыуҙа ярҙам икән яҡташтарыма, шулай уҡ автоколонналарҙы Донбассҡа алып барған республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водителдәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас