

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика биләмәһендә эшләгән киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” премияһын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, конкурс нигеҙендәге премияға киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәғлүмәт материалдарының штаттағы һәм штаттан тыш авторҙары, киң мәғлүмәт саралары редакциялары һәм ижади хеҙмәткәрҙәр дәғүә итә ала.
Журналистика өлкәһендә көнүҙәк талантлы йәки йәмәғәтселек тарафынан танылыу алған контент булдырған өсөн йыл һайын 300 мең һум күләмендә 20 премия тапшырыласаҡ.
Фото: glavarb.ru