Йәмғиәт
10 Ноябрь 2023, 10:35

Иглиндә “Изгелек тылсымы” проекты эшләй

Дәрестәр тулыһынса бушлай, материалдар проект сиктәрендә биреләсәк.

Иглиндә “Изгелек тылсымы” проекты эшләйИглиндә “Изгелек тылсымы” проекты эшләй
Иглиндә “Изгелек тылсымы” проекты эшләй

Иглин районында, “Алпамыш” йәштәр үҙәгендә 8-18 йәштәге һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү буйынса “Изгелек тылсымы” инклюзив оҫтаханаһы” проекты старт ала.

Проект сиктәрендә һабын ҡайнатыу, тегеү, бәйләү, художество оҫтаханаһы һәм психолог менән эшләү йүнәлештәре буйынса төрлө уҡыуҙар үткәреү планлаштырыла.

Дәрестәр тулыһынса бушлай, материалдар проект сиктәрендә биреләсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәтте белгес, проект етәксеһе Жаргалма Карамова (89867033482 телефон номеры) аша алырға, шулай уҡ Иглин районының “Алпамыш” йәштәр үҙәгенең “Изгелек тылсымы” инклюзив оҫтаханаһы” проекты төркөмөндә танышырға мөмкин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект “Росмолодежь.гранты” ярҙамында тормошҡа ашырыла.

#РосмолодёжьГранты

#Росмолодежь

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас