

Шунда яңғыраған тарихтарҙың бер-икеһе.
"Был хәл 2011 йылда булды. Улым менән алыҫҡа ҡайнағаларға ҡунаҡҡа барҙыҡ. Ҡайтырға ваҡыт еткәйне генә ауырып киттем. Тамаҡ ҡыжмырлай, баш ауырта, ә температура 37 генә. Автобуста 9-10 сәғәт юлда барырға булғас, сыҡманыҡ, йүнәлгәнсе ҡалырға булдыҡ.
Өс көн ауырыным. Яҫтыҡҡа ятһам, баш зы-ы-ы-ыр әйләнеп китә лә әллә ҡайҙа осам. Еңелсә генә һаташам. Үҙем ныҡ та ауырымайым. Аптырап, һөйәнеп ултырып йоҡлайым. Барыбер яйлап түшәккә шыуып төшәм дә баш тағы әйләне-е-еп китә. Хәлем ауыр булмаһа ла, әллә нисек яйһыҙ, биҙгәк тотҡан кеүек.
Бер мәл төш күрәмме, һаташаммы - мәрхүм ирем велосипед менән мине алырға килде. Үҙе лә сәпиттә, миңә лә алған. Ултырып сығып киттек. Бер шаршылы йылғаға барып еттек. Аръяҡҡа ҡарап ебәрһә-ә-әм... хәтәр матур, йәшел хәтфә болон йәйрәп ята. Шул яҡҡа барғы килә генә бит. Шаршынан һыу сәсрәтеп сығып барҙыҡ та, йылға уртаһында туҡтаным, юҡ, мин бармайым, үҙең генә кит, мин булмаһам, улыбыҙҙы кем ҡарар, тип тороп ҡалдым.
Шунан уянып киттем дә ошо мәлдән тиҙ генә йүнәлеп, Өфөгә ҡайтып киттек. Шул мәлгәсә арлы-бирле төшөмә ингеләгән ирем башҡаса күренмәне".
"2013 йыл ине. Төнөн утты яндырмай ғына кухняға һыу эсә сыҡтым. Шул мәл раковина аҫтынан юлымды ҡыйып бер ялбыр аҡ йомғаҡ өҫтәл аҫтына тәгәрләп инеп китте. Сысҡанмы тиһәм, ҙурыраҡ һәм ап-аҡ ҡына. Анау "Имунеле" рекламаһында бәләкәй генә аҡ йөнтәҫ иргәйел бабай бар бит әле, тап шул инде бына.
Утты яндырып эҙләп ҡараным, бер нәмә лә юҡ. Күҙемә күренгәндер, тинем. Ял көндәрендә лицейҙа уҡыған өс туған ҡустым килә торғайны. Бер мәл йоҡлап торғас, был әйтә: "Инәй, һеҙҙә теге нәмә бармы әллә?" Исемен әйтмәһә лә, күңелемә ҡылт итеп нимә тураһында һорағаны инде. Эйе, күрҙеңме әллә, тинем. Эйе, төнөн, ти был. Исемен әйтешмәһәк тә, өй эйәһе икәнен икебеҙ ҙә аңланыҡ".
Автор фотоһы.