Йәмғиәт
13 Ноябрь 2023, 11:00

Самир әсәһенә ярҙам һорай

Малайҙың ғәзиз кешеһе бик ауыр хәлдә.

Самир әсәһенә ярҙам һорайСамир әсәһенә ярҙам һорай
Самир әсәһенә ярҙам һорай

Донъяла изге кешеләр күп, бәлки, Самирҙың да үтенесенә ярҙам итеүселәр табылыр. Ул әсәһенә ярҙам итеүҙәрен һорай.

2017 йылдың 9 февралендә  уҡытыусы Ләйсән Мәргән ҡыҙы бәхетһеҙлеккә осрай: дәрес ваҡытында уның башына яҡтыртыу плафоны килеп төшә. Һөҙөмтәлә уҡытыусы аяҡ-ҡулдарының хәрәкәт функцияһын юҡалта, уны фалиж һуға. Хәҙерге ваҡытта Ләйсән Фәйзуллина ятып ҡына тора, инвалид коляскаһында ғына йөрөй ала. I төркөм инвалиды.

–Әсәйем Мәләүез ҡалаһындағы бер мәктәптә уҡытты, бөгөн ул - инвалид. Атайым менән ҡайҙа ғына йөрөтмәнек, әсәйемде бик яратабыҙ, ләкин табиптар бер ҙә өмөтләндермәй, уны һауыҡтыра алмайбыҙ, - тип өҙгөләнә Самир. - Сит ил табиптары әсәйемде терелтәбеҙ тип ышандыра. Мин үҙем дә әсәйем ҡыуанып торһон тип яҡшы уҡыйым, йырлайым, бейейем, бар яҡтан өлгөлө булырға тырышам, тик күңелем китек. Әсәйемдең үҙ аяҡтарына баҫыуын, һауығыуын теләйем. Ярҙам итегеҙ әле, кешеләр! - тип мөрәжәғәт иткән Самир.

Самирҙың теләген тормошҡа ашырыуға ярҙам итеүселәр булһа,  Ләйсән Мәргән ҡыҙы Фәйзуллинаның сәхифәһендә (https://vk.com/id390278687) бөтә мәғлүмәтте белә ала.

Яңы йыл алдынан кескәй Самирҙың теләге тормошҡа ашһын, әсәһе атлап китһен, тигән ышаныста ҡалайыҡ. Әйткәндәй, бөгөн Изгелек көнө лә.

Фото: "Путь Октября" гәзите.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас