Йәмғиәт
14 Ноябрь 2023, 14:00

Мөслимә Ғибәҙуллина ауырыуҙарҙы усы менән тоя

Ул 50 йыл инде кешеләрҙе сирҙәрҙән, яман ғәҙәттәрҙән арындыра. Ҡулы менән ҡапшап, бүҫерҙең ҙурлығын миллиметрына тиклем дөрөҫ әйтә. Һуңынан томография ла шул уҡ һандарҙы күрһәтә.  

Мөслимә Ғибәҙуллина ауырыуҙарҙы усы менән тояМөслимә Ғибәҙуллина ауырыуҙарҙы усы менән тоя
Мөслимә Ғибәҙуллина ауырыуҙарҙы усы менән тоя

Күрше Татарстандың Зәй районының Юғары Шепкә ауылында бик үҙенсәлекле халыҡ табибы йәшәй. Уның исеме Мөслимә Ғибәҙуллина. Дауалаусыға Татарстандан, Башҡортостандан, күрше өлкәләрҙән генә түгел, хатта Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалаларҙан да киләләр икән.

Мөслимә апайҙың йорто алдында һәр ваҡыт сират. Ҡапҡаға ҡайһы көндәрҙә ҡабул итеүе тураһында белдереү эленгән, йәкшәмбе – ял көнө. Эскелектән, тәмәкенән ҡотолорға теләгәндәрҙе башлыса шәмбе көнө ҡабул итә.

Халыҡ табибына был һәләт әсәһе яғынан бирелгән һәм ул быуындан-быуынға күсеп бара. Уға кемдәр генә мөрәжәғәт итмәй: бала таба алмаған, быуыны сыҡҡан, эсе төшкән, тотлоҡҡан, бүҫерҙән ыҙалаған кешеләрҙең барыһына ла ярҙам итә ул. Уның шифалы ҡулдарының име менән күпме ҡатын-ҡыҙ әсәй булыу бәхете кисергән!

Мөслимә Ғибәҙуллинаның дауалау һәләте асылыуға инде 50 йыллап ваҡыт үткән. “Ауырыуҙы усым менән тоям”, - ти ул үҙе. Хәҙер инде Мөслимә апайҙың ҡыҙында ла тойомлау һәләте көслө.

- Мин – ярҙам итеүсе генә, был – Аллаһы Тәғәләнән бирелгән көс. Белмәйенсә, кешегә ҡағылып булмай, был – бик ҙур яуаплылыҡ. Иң мөһиме – ышанып килһендәр - ти Мөслимә апай.

Ҡулы менән ҡапшап, бүҫерҙең ҙурлығын миллиметрына тиклем дөрөҫ әйтә. Һуңынан томография ла шул уҡ һандарҙы күрһәтә. Бындай миҫалдарҙы бик күп килтерергә мөмкин.

Мөслимә Ғибәҙуллинаға күренеп, бик күптәр тәмәке тартыу, араҡы эсеү кеүек яман ғәҙәттәренән ҡотолған. 5-10 йыллап тәмәке тартмаған ир-егеттәр бихисап. Ниндәйҙер сәбәп менән кире яман ғәҙәткә тотонһалар, күптәр тағы килеп, дауаланып ҡайта икән.

Бына шундай шифалы ҡуллы, Хоҙай тарафынан бирелгән көскә эйә халыҡ табибы йәшәй күрше республикала.

Сығанаҡ һәм фото:  https://vatantat.ru/2022/10/94312/ (“Ватаным Татарстан” гәзите сайты).

Мөслимә Ғибәҙуллина ауырыуҙарҙы усы менән тоя
Мөслимә Ғибәҙуллина ауырыуҙарҙы усы менән тоя
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас