

Башҡортостандың халыҡ артисы, актер, йырсы Сәғиҙулла Байегеттең ҡулынан килмәгән эш юҡ икәнен социаль селтәрҙәр аша белеп-күреп торабыҙ. Ул тәмле аштар бешереүе менән дә, шәхси йортонда башҡарған башҡа эштәре менән дә әленән-әле тамашасыларын таныштырып тора.
Яңыраҡ ҡына оҫта итеп тупһаһын, нигеҙен матурлап, сынъяһау иткәйне. Әле килеп үҙ ҡулдары менән йортонда ремонт башҡарған: стеналарын тигеҙләп, шпаклевать итеп, килешле обойҙар ҙа йәбештереп ҡуйған. Аш бүлмәһенә яңынан зауыҡлы йыһаз да алып ултыртҡан. Ул был эштәрҙең барыһын да хәләл ефете Айгөлгә бүләк итеп башҡарған, тип яҙған Башҡортостаным Яңылыҡтар порталы.
«Кәләшем Чита өлкәһендә тыуған. Ғәҙәттә, ҡыҙ бала тыуғас, ҡорбан салалар. Ул яҡтарҙа был йоланың үтәлеүе икеле тип, әле Айгөлгә атап, бер һарыҡ салып, хәҙрәтте саҡырып, яҡындарҙы йыйып, был изге эште үтәп ҡуйҙыҡ. Һәм тағы ла кәләшемә бүләккә тип ошо ремонтты ла эшләнем», – тип һөйләй видеояҙмаһында йырсы.
Ысынлап та, бик матур, заманса килеп сыҡҡан, афариндан башҡа һүҙ юҡ!
Фото видеонан скриншот.