Йәмғиәт
15 Ноябрь 2023, 16:00

Себендән тәмлекәстәр ашарға әҙерһегеҙме?

Күргәҙмәлә ҡарышлауыҡ һәм үҫемлек аҡһымдарынан әҙерләнгән кәтлитле бургерҙар күрһәтелгән.

Себендән тәмлекәстәр ашарға әҙерһегеҙме?Себендән тәмлекәстәр ашарға әҙерһегеҙме?
Себендән тәмлекәстәр ашарға әҙерһегеҙме?

Рационға бөжәктәрҙең балағорттарын индерергә теләйҙәр, тигән хәбәр бик йылдам таралып китте.

Был юҫыҡта шуға иғтибар итергә кәрәк: ауыл хужалығы продукцияһында үҙгәрештәр тураһындағы бойороҡ хоҡуҡи акттар сайтында баҫылған. Йәнә лә, 2022 йылдың сентябрендә Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы башлығы Денис Мантуров “рәсәйҙәрҙең менталитеты менән эшләргә” тәҡдим итә һәм  себендәрҙең балағорттарын (личинка) ашауҙы ғәҙәткә индереүҙе кәрәкле тип һанай.

Былтыр министрлыҡ вәкәләте “Инновацион ризыҡ” күргәҙмәһе сессияһында сығыш яһаған. Унда ҡара арыҫлан себене балағорто концентраты өҫтәлгән һәм үҫемлек аҡһымдарынан торған кәтлит менән эшләнгән бургерҙар күрһәтелгән. Әйтеүҙәренсә, был себендәрҙең итен тәбиғи иттән айырыу мөмкин түгел тиерлек һәм уларҙы айырыу өсөн ныҡ  һәләтле аш-һыу оҫтаһы булырға кәрәк, тиҙәр.

Ысынлап та, 2023 йылдың 10 октябрендәге 2761-р һанлы Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына күҙәтеү яһағанда, унда, ауыл хужалығы ризыҡтары теҙмәһенә ҡара арыҫлан себененән продукцияны, майҙарын, йомортҡаларын, үҙенән эшләнгән йомшаҡ һәм ҡаты ондарҙы, гранула, пюреһын, балағорттарҙы тере, һыуытылған һәм туңдырылған килеш индерергә тигән йөкмәткене күрергә була.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел бындай себен-бөжәктәрҙе ризыҡ итеп ҡулланыу тураһында шулай уҡ үҙ халыҡтарының менталитетын ҡайғыртып Урта Азия илдәре лә ныҡлы ҡарарҙар ҡабул иткәйне. Улары ярар инде, баҡаһын да, кеҫәртке-йыландарын да ашап өйрәнгән. Ә һеҙ әҙерме, дуҫтар, ҡара себенде табак үҫентеһендә, биологик ҡалдыҡтарҙа үрсетергә һәм тәмләп ашарға?

 

Автор фотоһы.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас