Йәмғиәт
15 Ноябрь 2023, 06:00

Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Әлфиә Хәбирова – сығышы менән республикабыҙҙың иң матур төбәктәренең береһе булған Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылынан.

Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Әлфиә Хәбирова – сығышы менән республикабыҙҙың иң матур төбәктәренең береһе булған Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылынан. Тап ошо төбәктә исеме күп ҡитғаларға таныш Шүлгән мәмерйәһе урынлашҡан. Бындағы тәбиғәт иһә ожмах мөйөшөнә тиң.

Әлфиә тормош иптәше Вадим менән Өфө районының Шамонин ауылында йәшәй. Ғаилә ҡороуҙарына ике тиҫтәгә яҡын йыл инде. Улдары Ирхан һәм Мораҙым уңған, теремек, тиктормаҫ, тәүәккәл һәм тырыш, хас ата-әсәләре кеүек. Ирхан – Өфө статистика, инфоратика һәм иҫәпләү колледжы студенты. Ә Мораҙым – Шамонин урта мәктәбенең IV класс уҡыусыһы. Ә бына бәләкәс Айгүзәлгә бер йәш кенә әлегә. Кескәй генә булһа ла, ағаларына ҡарап, бик теремек. Мәҙәниәтебеҙгә лә, әҙәбиәтебеҙгә лә Хәбировтар ғашиҡ, тағы сәйәхәт итергә яраталар. Ә бына малайҙар малай инде! Велосипедта елдәй елдерәләр, йүгерәләр. Тағы Мораҙым форсат сыҡҡанда балыҡ ҡармаҡларға ярата.

Әлфиә менән Вадим Хәбировтар икеһе лә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамлаған. Тап ошо уҡыу йортонда танышҡандар ҙа. Вадим республикабыҙҙың йәштәр гәзите “Йәшлек” тә оҙаҡ йылдар хәбәрсе, яуаплы сәркәтип булып эшләне. Ә Әлфиә – Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуы хәбәрсеһе, мөхәррире. Әлегә уңған әсә – декрет ялында. Әммә Әлфиәгә ҡул ҡаушырып ултырыу хас күренеш түгел. Аш-һыуға оҫталығына, бөтмөрлөгөнә, уңғанлығына иҫең китер!
Тегеү, бәйләү буйынса ла оҫта.

- Балаларҙы махсус тәрбиәләргә кәрәк тип уйламайым. Беҙҙең, әсәй менән атаһының, туғандарының, нисек аралашҡанды улар күреп үҫә, шуға беҙгә уларға үрнәк булырға кәрәк, - ти Әлфиә.

Әлфиә Хәбирова, барлыҡ гүзәл зат вәкилдәре кеүек,  төрлө сағыу гөлдәр, сәскәләр ярата. Тағы бәләкәстән фотоға төшөргә әүәҫ. Быға атаһының “Зенит” фотопараты менән фотоға даими төшөргәне иҫендә матур хәтирә булып ҡалған. Тап шуға үҙе лә ғаиләһендәге мөһим мәлдәрҙе мәңгелеккә иҫтәлеккә ҡалдырырға тырыша.

Уңған әсәнең иң яратҡан урыны – тыуған Бөрйәне. Бигерәк тә июль-август айҙарында ғаиләһе менән был сихри төбәккә, тыуған йортҡа, ҡайтырға күнеккәндәр. Тап ошо ваҡытта бында йүкә сәскә ата, солоҡ балы еҫе аңҡый, шифалы үләндәрҙе йыйырға мөмкин.

Тормошонда ла, эшендә дә ғаиләһенә таяна Әлфиә. Уның ире Вадимды таныш-белештәре һәр йәһәттән тиерлек оҫта тип белә. Ғаиләһенең, ҡатынының, балаларының  ныҡлы терәге ул. “Үҙегеҙгә үҙегеҙ шәм булығыҙ”, - ти Әлфиә. Ә ул бәхетте ғаиләһендә тапҡан. Өс бала – өс сибәр ҡыҙ – тәрбиәләнгән ғаиләлә үҫкән ҡатын хәҙер үҙе өс баланы баға, улдарын һәр көн уҡырға оҙата, ҡаршы ала, бәләкәс ҡыҙсыҡ Айгүзәлде бәпләй. Ошо бәхет түгелме ни?!

"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Әлфиә Хәбирова өсөн тауыш бирегеҙ, дуҫтар, лайктар ҡуйығыҙ, ихлас комментарийҙарығыҙҙы йәлләмәгеҙ.

Фотолар Әлфиә Хәбированың шәхси архивынан.

Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Шүлгән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас