Йәмғиәт
16 Ноябрь 2023, 05:00

Марсель Ҡотоевтың ҡустыһы әрменән ҡайтҡан

Әйткәндәй, уның ҡустыһы Фәрүәз дә бик шәп йырлай!.. 

Марсель Ҡотоевтың ҡустыһы әрменән ҡайтҡанМарсель Ҡотоевтың ҡустыһы әрменән ҡайтҡан
Марсель Ҡотоевтың ҡустыһы әрменән ҡайтҡан

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуаныслы яңылығы менән уртаҡлашты: уның ҡустыһы Фәрүәз хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан! “Ҡустымды ҡаршы алдыҡ! Аллаға шөкөр, имен-һау йөрөп ҡайтты әрме сафтарынан”, - тип яҙҙы ул.

Әйткәндәй, Марселдең Фәрүәз ҡустыһы ла бик матур йырлай. Ағаһы кеүек ул да халыҡ йырҙарын үҙ итә. Фәрүәз 2012 йылда башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсында тиҫтерҙәре араһында I урынға лайыҡ булғайны.

Фото һәм сығанаҡ: Марсель Ҡотоевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас