Иглин районында “Изгелек тылсымы” инклюзив оҫтаханаһы” проекты эшен дауам итә.
Ошо көндәрҙә оҫтаханала ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләре менән тәүге ойоштороу йыйылышы үткән. Унда мөһим мәсьәләләр тикшерелгән:
* Дәрестәр теҙмәһе
* Уҡытыу программаһында балаларҙың өҫтөнлөктәре
* Проект сиктәрендә ҡатнашыусылар менән эшләү үҙенсәлектәре һәм техникаһы
Танышыуҙан һуң улар эштәрен башларға әҙер!
Яҡын арала дәрестәрҙең көнүҙәк теҙмәһе әҙер буласаҡ.
Шулай уҡ, әгәр яҙылып өлгөрмәһәгеҙ, төркөм хәбәрҙәрендә йәки 2-32-31, 79867033482 номерҙары буйынса яҙылырға мөмкин.
Проект “Росмолодёжь.Гранты” Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында тормошҡа ашырыла.
#РосмолодежьГранты
#Росмолодежь