

29 ноябрҙә 19 сәғәттә төбәк етәксеһе менән ”тура бәйләнеш” ойошторола. Бөгөндән алып тура бәйләнеш башланғанға тиклем республика халҡы социаль селтәрҙәрҙә төбәк етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирә ала. Видеояҙмаларҙы 28 ноябргә тиклем Башҡортостан Башлығының рәсми сайтына беркетергә мөмкин. Социаль селтәрҙәрҙә һорауҙар хатта тура эфир барышында ла ҡабул ителәсәк.
Нисек һорау бирергә?
“Тура бәйләнеш”кә ике юл менән мөрәжәғәт итергә мөмкин:
– Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге пост аҫтына яҙма ҡалдырырға;
– төбәк етәксеһенең рәсми сайты аша. Бының өсөн махсус бүлектә видеояҙма беркетергә кәрәк.
Видеояҙманы нисек рәсмиләштерергә?
Социаль селтәрҙәрҙә һорау ҡалдырыу өсөн талаптар булмаһа ла, видеояҙма ебәреү өсөн шуныһы мөһим:
– “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтында теркәү үтергә, иҫәп яҙмаһын актуалләштерергә;
– Башҡортостан Башлығы сайтына инеп, төп биттең аҙағында “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ" виджетын табырға;
– “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ" виджетында “Проблема тураһында хәбәр итергә” пунктын һайларға;
– асылған форма ярҙамында видеоны беркетергә;
– кәрәкле бүлекте һайлап, мәғлүмәттәрҙе тултырырға;
– видеояҙманы беркетергә.
Видеоға ниндәй талаптар ҡуйыла?
– видеоны мобиль ҡушымта ярҙамында беркеткәндә бер минуттан, компьютер ярҙамында беркеткәндә 10 мегабайттан артмаҫҡа тейеш;
– яҡты урында төшөрөргә, һорау биреүсенең йөҙө яҡшы күренергә тейеш;
– яҡтылыҡ төшкән урынға ҡаршы тороп төшөрмәҫкә;
– видеоны төшөргәндә камераны горизонталь рәүештә тоторға;
– телефондың камераһын тулатмай ғына тоторға;
– әгәр ҙә видеоға тышта төшһәгеҙ, тауышығыҙ яҡшы ишетелһен;
– исем-шәрифегеҙҙе, ниндәй ауылдан йәки ҡаланан, райондан икәнегеҙҙе әйтеп, һорауығыҙҙы бирегеҙ;
– видео аҙағында был һорау Радий Хәбировтың тура эфирына ҡағылғаны тураһында әйтергә.
Һорауҙарығыҙҙы нисек дөрөҫ ебәреү тураһында видеоинструкцияла белергә мөмкин.
Һорау биреү өсөн күпме ваҡытығыҙ бар?
Халыҡтан һорауҙар тура эфир башланғанға тиклем һәм хатта тура эфир барышында ҡабул ителәсәк. Видеояҙмаларҙы 28 ноябрь 19 сәғәткә тиклем төбәк етәксеһенең рәсми сайтында беркетергә мөмкин.
“Тура бәйләнеш”те ҡайҙа һәм ҡасан ҡарарға?
29 ноябрҙә төбәк етәксеһе БЮТ, “Рәсәй 24”, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, ”Сәләм” телеканалдарында, “Юлдаш”, “Рәсәй радиоһы” радиостанцияларында тура эфирҙа, Башҡортостан Башлығының “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәк. Тура бәйләнеш 19 сәғәттә башлана.
Ғәҙәттә, “тура бәйләнеш”кә нисә һорау килә һәм республика Башлығы уларға яуап биреп өлгөрәме?
Радий Хәбиров төбәк Башлығы вазифаһын етәкләгәндән бирле “тура бәйләнеш“ бишенсе тапҡыр үтә. Былтыр 27 октябрҙә үткән эфир дүрт сәғәт самаһы дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә трансляцияны 135 606 кеше ҡараған. Эфир барышында республика халҡынан ике меңдән ашыу хәбәр килгән, "тура бәйләнеш" иғлан ителгәндән алып бөтәһе өс меңдән ашыу һорау бирелгән. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе юлдар, өлөшләтә мобилизация һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һорауҙарына ҡағылған.
"Көн һайын беҙҙең идара итеү командаһы республика халҡының төрлө һорауына яуап бирә. Йылына бер тапҡыр тура бәйләнеш үткәреп, ошо һорауҙарҙың бер өлөшөнә шәхсән яуап бирәм. Минең өсөн бындай әңгәмә бик мөһим. Кешеләр менән аралашыу һәр кимәлдәге чиновниктың эшенең нигеҙе тип иҫәпләйем. Бындай рәүештәге эш бөтә һорауҙарҙы ла киңерәк ҡарарға мөмкинлек бирә, ә был, үҙ сиратында, беҙгә эҙмә-эҙлекле эштә ярҙам итә“, – тип яҙған республика Башлығы “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә.
Фото: Башинформ.