

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Республика менән идара итеү үҙәгендә, Өфө ҡалаһының 450 йыллығы уңайынан (ул 2024 йылда ойошторола) сираттағы кәңәшмәне үткәрҙе. Тап ошо датаға тура килтереп Көрәш һарайы төҙөлә. Бында эштәр графикка ярашлы бара. Бер үк ваҡытта уның эргә-тирәһен тәртипкә килтереү эше лә дауам итә.
2023 йылдың аҙаҡтарында Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үҙ ишектәрен асасаҡ. Реконструкциянан һуң тағы ла тамашалар залы барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш Өфө ҡалаһының төньяҡ һәм көнсығыш өлөшөндә ҙур спорт үҙәктәре төҙөләсәк. Артабан инде уларҙа федераль кимәлдә һәм халыҡ-ара бәйгеләр уҙғарыласаҡ. Инорста – ишеү слаломы комплексы, ә Затонда Рәмил Әйүпов исемендәге фехтование үҙәге асыласаҡ.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, аҙна башында Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашҡан. Сергей Лавров нәҡ Рәсәй ишеү слаломы федерацияһының попечителдәр советы рәйесе вазифаһын башҡара. Радий Хәбиров Сергей Лавровты спорт комплексының асыу тантанаһына саҡырған.
Шулай уҡ кәңәшмәлә бүтән мәсьәләләр ҙә тикшерелде.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.