Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь , 13:00

Билгештә Бәлеш байрамы гөрләне

Оҫтабикәләр байрамға бәлештең ниндәй генә төрөн бешермәгән: асыҡ бәлеш, гөбәҙиә, итле бәлеш, ҙур бәлеш, балан бәлеше, емеш-еләк бәлеше, муйыл, повидло һалып эшләнгәндәре!.. 

Билгештә Бәлеш байрамы гөрләне
Билгештә Бәлеш байрамы гөрләне

Асҡын районының Билгеш ауылында “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә Бәлеш фестивале – милли аш-һыу байрамы үтте. Байрамға Билгеш, Ҡашҡа, Гөмбә, Әмир ауылдарының уңған ҡыҙҙары, инәй-апайҙары ҡунаҡҡа саҡырылды.

Байрамда ҡатнашыусыларҙы район советы секретары, “Айыҡ ауыл-2023” конкурсының ойоштороу комитеты ағзаһы, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина, Билгеш ауылының “Айыҡ ауыл” конкурсындағы кураторы Гөлзифа Альбирт ҡыҙы Мөхәмәтдинова, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәмзә улы Ғәләүетдинов сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе.

Кисәне йәнле, күңелле итеп Фәнилә Хәлим ҡыҙы алып барҙы.

Оҫтабикәләр байрамға бәлештең ниндәй генә төрөн бешермәгән: асыҡ бәлеш, гөбәҙиә, итле бәлеш, ҙур бәлеш, балан бәлеше, емеш-еләк бәлеше, муйыл, повидло һалып эшләнгәндәре!.. Һәр ауыл командаһы өҫтәлдәрен матур итеп, үҙенсәлекле биҙәгән. Командалар үҙҙәре менән таныштырып, бәлештәренең рецептары һәм оҫталыҡ серҙәре менән бүлешкәндән һуң музыкаль күстәнәстәрҙән “ауыҙ иттерҙеләр”. Байрамдың иң оло ҡатнашыусыһы, ғүмере буйы сәләмәт тормош алып барған 83 йәшлек Тәрзиә Шарафулислам ҡыҙы Мөхәрәмова бейеүҙәре менән ҡатнашыусыларҙы һоҡландырҙы. Кисә сәй табыны артында күңелле әңгәмә менән тамамланды.

Фотолар: vk.com/club217813057 ("Айыҡ ауыл - Билгеш" төркөмөнән). 

Билгештә Бәлеш байрамы гөрләне
Билгештә Бәлеш байрамы гөрләне
Билгештә Бәлеш байрамы гөрләне
Билгештә Бәлеш байрамы гөрләне
Билгештә Бәлеш байрамы гөрләне
Билгештә Бәлеш байрамы гөрләне
Билгештә Бәлеш байрамы гөрләне
Билгештә Бәлеш байрамы гөрләне
Билгештә Бәлеш байрамы гөрләне
Билгештә Бәлеш байрамы гөрләне
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в