Йәмғиәт
18 Ноябрь 2023, 14:20

Цзянсу провинцияһы Башлығы форумға саҡыра

Форумда 15-тән ашыу илдең делегациялары ҡатнаша.

Цзянсу провинцияһы Башлығы форумға саҡыраЦзянсу провинцияһы Башлығы форумға саҡыра
Цзянсу провинцияһы Башлығы форумға саҡыра

Рәсәйҙәге Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянсу провинцияһы Башлығы Цзинь Кэ Өфөлә уҙасаҡ Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһына саҡыра.

Форум Ҡытай эшҡыуарҙары өсөн Рәсәй коллегалары менән танышыу, бизнес-мөмкинлектәрҙе тикшереү һәм сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек булып тора.

“Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2023” бөтә донъяның алдынғы эшҡыуарлыҡ даирәләренең иғтибарын йәлеп итәсәк мөһим ваҡиға буласаҡ. Форумда 15-тән ашыу илдең делегациялары ҡатнаша: Белоруссия, Иран, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Төркиә һәм башҡалар. Форумда “Башҡортостан сода компанияһы” йәмғиәте әүҙем ҡатнаша һәм шулай уҡ сараның стратегик партнеры булып тора. Ҡатнашыусыларҙы төрлө бизнес-саралар, шул иҫәптән конференциялар, семинарҙар, күргәҙмәләр һәм бизнес-осрашыуҙар көтә.

Форум 22 ноябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында старт ала.

 

Фото: “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2023” форумының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас