Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь , 16:45

Бушлай консультациялар ойошторола

Улар Стәрлетамаҡта һәм Яңауылда үтә.

Бушлай консультациялар ойошторола
Бушлай консультациялар ойошторола

2023 йылдың 21 һәм 24 ноябрендә Башҡортостандың Стәрлетамаҡ һәм Яңауыл ҡалаларындағы Күп функциялы үҙәк офистарында профессиональ юристар, Рәсәй Юристар ассоциацияһы ағзалары граждандар һәм эшҡыуарҙар өсөн юридик мәсьәләләр буйынса бушлай консультациялар үткәрә.    

Быйыл Күмертау, Стәрлетамаҡ, Учалы, Туймазы, Нефтекама, Яңауыл ҡалаларында ошондай 43 сара үткәрелә. Консультацияларҙы 120-гә яҡын кеше ала.  

Юридик мәсьәләләр буйынса консультациялар үтә:

- 21 ноябрҙә 13:00 сәғәттән 15:00 сәғәткә тиклем ҡаланың Күп функциялы үҙәк филиалында - Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Хоҙайбирҙин урамы, 83-сө йорт;

- 24 ноябрҙә 10:00 сәғәттән 12:00 сәғәткә тиклем Күп функциялы үҙәк филиалында - Яңауыл ҡалаһы, Азин урамы, 29-сы йорт.

Артабанғы консультациялар 2023 йылдың 30 ноябрендә 13:00 сәғәттән 15:00  сәғәткә тиклем Күп функциялы үҙәктең Күмертау ҡалаһындағы филиалында үтәсәк - Ғафури урамы, 35-се йорт.

Консультация алырға теләгән һәр кем килә ала. Алдан яҙылыу талап ителмәй.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22296/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в