Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2023, 17:25

Хоҡуҡ боҙоусылар язаһын ала

Ултырыштар һөҙөмтәһе буйынса хоҡуҡ боҙоусыларға 82,8 миллион һумлыҡ штраф һалынған.

Хоҡуҡ боҙоусылар язаһын ала
Хоҡуҡ боҙоусылар язаһын ала

Быйыл ун ай эсендә Башҡортостан муниципалитеттарының административ комиссиялары 81896 эш ҡараған. Ултырыштар һөҙөмтәһе буйынса хоҡуҡ боҙоусыларға 82,8 миллион һумлыҡ штраф һалынған. Был былтырғы менән сағыштырғанда алты процентҡа күберәк. Был турала бөгөн Радий Хәбиров үткәргән Хөкүмәт кәңәшмәһендә юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Владимир Спеле һөйләне.

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙың ҙур өлөшө автомобилдәрҙе газонда (36652 эш) һәм сүп-сар контейнерҙары янында (12635 эш) ҡалдырыуға бәйле. Шулай уҡ республика кешеләре төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен (5050 эш) һәм ауылдарҙа мәғлүмәт материалдарын урынлаштырыу тәртибен (4063 эш) боҙған.

Төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса административ комиссиялар машиналарҙы газонға ҡуйыуға ҡаршы көрәште дауам итә. Иң күбе тәртип Өфөлә боҙола – 29632 осраҡ. Лидерҙар араһында баш ҡаланың Киров һәм Октябрь райондары, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, шулай уҡ Ишембай, Учалы һәм Туймазы райондары.

Радий Хәбиров комитетҡа был эште юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн рәхмәт әйтте.

– Күрһәткестәрҙән күренеүенсә, эш туҡтамай, әүҙем бара. Тәүҙә хоҡуҡ боҙоуҙар ныҡ күп ине, шул иҫәптән ихаталарҙа тупланған иҫке машиналар. Беҙ был хәлде тәртипкә килтерҙек, һәм халыҡ рәхмәт әйтә. Бөтә штрафтар ҙа урындағы бюджетҡа бара, был аҡсаны биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтәбеҙ, - тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: