Башҡортостанда XVI “Халыҡ-ара бизнес-2023 аҙналығы” форумында Рәсәй, Беларусь, Ҡазағстандың төп киң мәғлүмәт саралары баш мөхәррирҙәренең гранд-сессияһы ойошторола. Дискуссия майҙансығы “дүртенсе власть”тың киләсәгенә, донъя тенденцияларына күҙәтеү яһауға, шулай уҡ, геополитик хәлде иҫәпкә алып, Рәсәй менән партнерлыҡ имиджын формалаштырыуға арнала. Секцияның модераторы булып “Рәсәй” йәмғиәтенең коммуникациялар буйынса директоры Сергей Коляда сығыш яһай.
ТАСС, Forbs, Russia, ФедералПресс, КоммерсантЪ, ВКонтакте, РБК, “Комсомольская правда”, Беларусь Республикаһында “Россия сегодня” һәм Казинформ халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы ҡатнашасаҡтарын раҫланылар.
Гранд-сессия 23 ноябрҙә “Торатау” конгресс-холында 17.30 сәғәттә уҙғарыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфөлә 22 -25 ноябрҙә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтә. Йыл һайын үткәрелә торған сараға 2 меңдән ашыу кеше килеүе көтөлә. Форумда 50-нән артыҡ эшлекле сарала федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге 400 спикер сығыш яһаясаҡ. Унда 15 ил ҡатнаша. Ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.
https://pravitelstvorb.ru/news/22277/