Рәйфә Ғимаева тормош иптәше Илмир менән ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләйҙәр.
Рәйфә Ишбулды ҡыҙы – әлегә декрет ялында, әммә ҡул ҡаушырып ултырыу уға хас күренеш түгел. Уның аш-һыуға оҫталығына, бөтмөрлөгөнә, уңғанлығына иҫең китер. Тәмле итеп бешерергә, тегергә, китап уҡырға ярата. Бынан тыш, ул бына тигән баҡсасы, күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө сағыу сәскәләр үҫтерә. Ғөмүмән, ул һәр көндө файҙалы итеп үткәрергә күнеккән. Күп балалы ғаиләлә үҫкән Рәйфә - хәҙер үҙе күп балалы әсә.
Ҡыҙҙары Вилена менән Сабина – Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары. Вилена – IX, Сабина I класта белем ала. Ә Илдан әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Улар ҙа, ата-әсәһенә оҡшап, бөтмөр, тырыш һәм уңған. Әйткәндәй, телсән, үткер Сабинаны күптәр “Сәңгелдәк” тапшырыуы аша белә.
Рәйфә Ғимева өсөн дә тауыш бирәйек, дуҫтар, лайктар ҡуяйыҡ һәм етеп килгән матур байрам айҡанлы изге теләктәребеҙҙе яҙайыҡ.
Фотолар Рәйфә Ғимаеваның шәхси архивынан.