Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 ноябрҙә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе Александр Куренков Палестинанан Рәсәй Федерацияһына килгән халыҡты урынлаштырыу һорауҙары буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда 250 тирәһе кешене Башҡортостанға ебәреү мөмкинлеге ҡаралды. Республиканың ошо өлкәлә булған тәжрибәһе лә иҫәпкә алынды.
Ноябрь башында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров дини эшмәкәрҙәрҙең һәм республика халҡының Палестинаның тыныс халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү тураһындағы башланғысын хупланы. Һүҙ, тәү сиратта, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым ебәреү хаҡында бара. Гуманитар ярҙам йыйыу майҙансығы булып ”Башсельхозтехника” предприятиеһы базаһындағы берҙәм республика логистика үҙәге торҙо.
Фото: glavarb.ru