

“Башҡортостан” гәзитенең Бәйләнештә төркөмөндә уҙғарылған “Ағинәйҙәр – милләт ҡото” тигән конкурста Бөрйән районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина беренсе урынға лайыҡ булғайны. Ниһайәт, уны күреү форсаты тейҙе. Бөрйән районына эш сәфәребеҙҙең төп маҡсаттарының береһе Рәшиҙә апай менән күрешеп, уны тәбрикләү ине. Бай күңелле, ихлас ағинәй менән бик йылы әңгәмә килеп сыҡты.
Бар ғүмерен уҡытыусылыҡҡа арнаған замандашыбыҙ хаҡлы ялда ла йәмәғәт эштәре менән янып йәшәй. Райондың ағинәйҙәре, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары менән берлектә ошо ерлеккә хас байтаҡ халыҡ кәсептәрен тергеҙеүгә, йәштәргә өйрәтеүгә өлгәшкәндәр. Изге эштәрендә уларға артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Конкурс еңеүсебеҙ тураһында тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.
Автор фотоһы.