Йәмғиәт
22 Ноябрь 2023, 16:00

Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған “Донъя йәмле әсәйҙәр менән!” бәйгеһендә ихлас ҡатнашҡан Мәҙинә Сәфәр ҡыҙы Ишкинина Ейәнсура районының Үтәғол ауылында йәшәй.

Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған “Донъя йәмле әсәйҙәр менән!” бәйгеһендә ихлас ҡатнашҡан Мәҙинә Сәфәр ҡыҙы Ишкинина Ейәнсура районының Үтәғол ауылында йәшәй. “Әсәйемде нисек бар, шулай яратам. Йүгереп йөрөп ҡош-ҡорт, мал ҡарауын, тағы икмәк баҫҡан ҡамырлы ҡулдарын, – ти күп балалы әсәнең ҡыҙы Айгөл. – Уның бар эше, үҙен тулыһынса беҙгә бағышлауы сикһеҙ мөхәббәт менән тулы йөрәген сағылдыра. Әсәй, иҫән-һау бул, һин - беҙҙең өйҙөң йәме, бәхете”.

Халыҡ-ара әсәйҙәр көнөндә барлыҡ ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ, эш яратҡандарға бер аҙ туҡтап, үҙҙәре өсөн ваҡыт бүлеүҙәрен теләр инек.
Ағас емештәре менән түгел, тамырҙары менән көслө. Шундай көслө, рухлы заттарҙан уңған әсәй Мәҙинә Сәфәр ҡыҙы Ишкинина. Тормош иптәше Данил Ғирфан улы менән биш балаға ғүмер, һигеҙ ейән-ейәнсәргә матур тормош, тәрбиә биреп, бәхеткә, хөрмәткә төрөнөп көн кисерәләр. “Йәшлек йылдары ауыр эштәр, йоҡоһоҙ төндәр менән сыныҡтырып, әрһеҙләтеп бөткән әсәйебеҙҙе. Шуға күрә ул һаман да тиктормаҫ, йоҡоһоҙ, баҡса, мал, эш өсөн үлеп тора”, - ти ҡыҙы Айгөл.
Мәҙинә Сәфәр ҡыҙы тормошон мәҙәниәттән, әҙәбиәттән тыш күҙ алдына килтермәй тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын. Ауылда булған төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Ул – ағинәйҙәр ҡоро кәңәшсеһе. Үҙен белә белгәндән башлап шәл бәйләй. Ул шәлде күҙҙәрен йомоп та, китап уҡып та, кино ҡарап ултырып та бәйләй ала.

Быйыл Мәҙинә Ишкининаның Ейәнсура районының Һике ауылынан февраль буранына төрөнөп, Үтәғолга килен булып төшөп, ауылдаштары араһында үҙ кешегә әйләнеүенә лә илле йыл була. Ошо ғүмер арауығында биш балаға ғүмер биреп, өй һалып сығып, балаларын башлы-күҙле итеп тә өлгөргән. Үткән ғүмер аҡҡан һыу кеүек. Колхоздың алдынғы һауынсыһы булған, хәҙер хаҡлы ялға сығыуына ла байтаҡ ғүмер үткән.

Айгөл, Айнур, Айһылыу, Таңһылыу, Динә исемле бына тигән ул-ҡыҙҙар үҫтергән Ишкининдар. Һәр бер балам юғары белемле булһын, "үҙем уҡымағанға күрә балаларым уҡыһын" тигән принцип менән йәшәй әсәй менән атай.

Хеҙмәт ветераны, биш бала әсәһе, ун ейән-ейәнсәргә өләсәй Мәҙинә Сәфәр ҡыҙы Ишкинина өсөн дә тауыш бирәйек, дуҫтар, йылы һүҙҙәребеҙҙән торған комментарийҙар яҙайыҡ, лайктар ҡуяйыҡ.

Фотолар Мәҙинә Ишкининаның шәхси архивынан.

Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Һәр өйҙөң йәме ул – әсәй!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас