Йәмғиәт
24 Ноябрь 2023, 14:00

Һәр әсәнең көтөп алған иң ҡәҙерле ҡунағы – ул ғәзиз балаһы!

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған “Донъялар йәмле әсәйҙәр менән!” тигән конкурста ихлас ҡатнашҡан Люциә Ғафур ҡыҙы Нафиҡова - төп сығышы менән Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылынан. Әле ошо уҡ райондың Аҫылғужа ауылында йәшәй.

Һәр әсәнең көтөп алған иң ҡәҙерле ҡунағы – ул ғәзиз балаһы!Һәр әсәнең көтөп алған иң ҡәҙерле ҡунағы – ул ғәзиз балаһы!
Һәр әсәнең көтөп алған иң ҡәҙерле ҡунағы – ул ғәзиз балаһы!

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған “Донъялар йәмле әсәйҙәр менән!” тигән конкурста ихлас ҡатнашҡан һәм Ҡыйғы районының Аҫылғужа ауылында йәшәгән Люциә Ғафур ҡыҙы Нафиҡова 1941 йылдың 5 октябрендә Үрге Ҡыйғы ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.1965 йылдың 15 авгусынан башлап 1995 йылдын май айына тиклем Аҫылғужа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. 30 йыл мәктәптә балаларға белем биргәндән һуң, 1995 йылдың майында хаҡлы ялға сыҡҡан.

Люциә Ғафур ҡыҙы менән Дамил Билал улы Нафиҡовтар 1968 йылдың майында өйләнешә. Татыу ғаиләлә, йәштәрҙең тормошона йәм өҫтәп, бер-бер артлы дүрт  бала донъяға килә. Шулай итеп, ике малай һәм ике ҡыҙ буй еткерә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы яҡты донъянан 73 йәшендә киткән. Нафиҡовтар бергә 43 йыл ғүмер иткән. “Инәйем, 82 йәшенә ҡарамай, Аҫылғужа клубында концерттарҙа ҡатнашып, йырлап, бейеп, шиғыр һөйләп йөрөй. Күрше ауылдарға концерт ҡуйырға баралар”,  – ти ғәзиз әсәһе тураһында ҡыҙы Лилиә.

Люциә Ғафур ҡыҙы - шәп баҡсасы. Йәшелсәләрҙең ниндәй генә төрөн үҫтермәй ул баҡсаһында. Өҫтәүенә, йәйен бар донъяһы сәскәгә күмелгән була, хатта күҙ яуын алырлыҡ. Хаҡлы ялдағы әсә тик ултырырға күнекмәгән. Ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡ-ойоҡбаш бәйләй, ҡул эштәре менән мауыға: селтәрҙәр бәйләй, сигә. Тағы ул төрлө доғалар уҡый.

Күп балалы әсәнең оло улы Данис, унан һуң Лилиә, Данил һәм иң кеселәре Гөлсинә - йәшәү мәғәнәһе, ғорурлығы. Барлыҡ балалары ла ғаиләле, үҙаллы тормош көтә. Оло улы ғаиләһе менән Аҫылғужа ауылында йәшәй. Ике малай үҫтерәләр. 1969 йылғы Данис Өфө урман хужалығы техникумын тамамлаған, һөнәре буйынса эшләне. Әлеге ваҡытта үҙ хужалығында мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетеп йәшәй.

Лилиә - юрист. Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Ире менән ике бала – малай һәм ҡыҙ – үҫтерәләр. Данил да ғаиләһе менән Өфөлә тора. Ул 7-се икмәк заводында оператор булып эшләй, бер малай үҫтерәләр. Һеңлеләре Гөлсинә лә ғаиләһе менән баш ҡалабыҙҙа төпләнгән. Дүрт бала, өс ҡыҙ һәм бер малай, үҫтерәләр. Ул – башҡорт теле һәм уҡытыусыһы булып эшләй. Әлегә - декрет ялында.

Люциә Ғафур ҡыҙы – бәхетле әсәй, өләсәй. Балаларының тыуған йортҡа ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көткән әсәй. Ғөмүмән, барлыҡ әсәйҙәр өсөн дә ҡыҙҙары һәм улдары - өйҙәрендә көтөп алынған иң-иң ҡәҙерле ҡунаҡ. Ошо йәкшәмбе үткәреләсәк байрам алдынан ойошторолған конкурсыбыҙҙа ихлас ҡатнашҡан Люциә Ғафур ҡыҙы өсөн дә тауыш бирәйек, дуҫтар, етеп килгән байрам айҡанлы йылы ҡотлау һүҙҙәрен яҙайыҡ, лайктар ҡуяйыҡ.

Фотолар Люциә Нафиҡованың шәхси архивынан.

 

Һәр әсәнең көтөп алған иң ҡәҙерле ҡунағы – ул ғәзиз балаһы!
Һәр әсәнең көтөп алған иң ҡәҙерле ҡунағы – ул ғәзиз балаһы!
Һәр әсәнең көтөп алған иң ҡәҙерле ҡунағы – ул ғәзиз балаһы!
Һәр әсәнең көтөп алған иң ҡәҙерле ҡунағы – ул ғәзиз балаһы!
Һәр әсәнең көтөп алған иң ҡәҙерле ҡунағы – ул ғәзиз балаһы!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас