Йәмғиәт
24 Ноябрь 2023, 17:30

Вәдүт Исхаҡов республика стендын лайыҡлы баһаланы

Космолет ысынлап та матур тәьҫораттар ҡалдыра шул.

Вәдүт Исхаҡов республика стендын лайыҡлы баһаланыВәдүт Исхаҡов республика стендын лайыҡлы баһаланы
Вәдүт Исхаҡов республика стендын лайыҡлы баһаланы

Бөгөн Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов эш сәфәре менән Мәскәү ҡалаһында. Форсаттан файҙаланып, ул ВДНХ-ла барған “Рәсәй” күргәҙмәһендә булған һәм Башҡортостан Республикаһы стендын ҡараған.

“Башҡортостан космолеты Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Исхаҡовта ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ул төбәк стендын лайыҡлы баһаланы”, – тип яҙҙы республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы үҙенең телеграм-каналында.

Фото: Телеграм. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас