Йәмғиәт
25 Ноябрь 2023, 06:00

Үҙебеҙ әсәй булһаҡ та, атай-әсәйгә һаман сабый булып ҡалабыҙ

“Башҡортостан” гәзите төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Мәрзиә Яҡшыбай ҡыҙы Батыраева Благовар районының Троицк ауылында йәшәй.

Үҙебеҙ әсәй булһаҡ та, атай-әсәйгә һаман сабый булып ҡалабыҙҮҙебеҙ әсәй булһаҡ та, атай-әсәйгә һаман сабый булып ҡалабыҙ
Үҙебеҙ әсәй булһаҡ та, атай-әсәйгә һаман сабый булып ҡалабыҙ

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Мәрзиә Яҡшыбай ҡыҙы Батыраева Благовар районының Троицк ауылында йәшәй. Ул - Гүзәл, Гөлнара, Роза исемле өс ҡыҙ әсәһе. Ҡасандыр ире Салауат менән Благовар районына юллама буйынса башҡорт теле уҡытыусыһы булып киләләр. 30 йыл декрет ялына ла китмәй эшләй уңған әсә. Хәҙер ул –Башҡортостандың мәғариф отличнигы.

Бәхетле әсәнең өс ҡыҙы ла хәҙер үҙҙәре әсәй. Өлкән ҡыҙҙары Гүзәл "Башҡортостан" дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһында алып барыусы булып эшләй. “Рәсәй-1” каналында "Хәйерле иртә, республика!", “Башҡортостан 24” каналында "Ихлас күңелдән" тапшырыуын алып бара. Өс бала - Рамаҙан һәм Искәндәр исемле улдар һәм Зөлхизә исемле ҡыҙ тәрбиәләй.

“Әсәй - минең өсөн мәңге һүнмәҫ ҡояшым, барыр юлымды яҡтыртыусы маяғым, терәк-таянысым... Әсәй-атай иҫән саҡта, беҙ үҙебеҙ әсәй булһаҡ та, һаман сабый булып ҡалабыҙ...” – ти. Улы Рамаҙан Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү колледжында - III курста, Искәндәр улы менән Зөлхизә ҡыҙы Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында белем ала.

- Әсәй! Ниндәй тәрән мәғәнәле һүҙ, күпме серлелек. Шатлыҡта ла, ҡыйын булғанда ла иң тәүҙә әсәйебеҙгә һыйынабыҙ. “Әсәй” тип әйткәс, ауырлыҡ килгәндә еңел була, шатлыҡ килгәндә күңелдәрҙә миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек тыуа, - ти "Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе булып эшләгән уртансы ҡыҙы Гөлнара. - Әсәйемдең йылы, наҙлы һүҙҙәрен, иркәһен әле лә һағынып ҡайтабыҙ.

Гөлнара ире - полиция майоры, участковый булып эшләгән Зөлфәр менән Батыр исемле ул, Гөлнәзирә исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Балалары Өфөләге Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡый.

Кесе ҡыҙҙары Роза Усманова – "Юлдаш” радиоһында реклама буйынса белгес, "Юлдаш Plus” йәштәр интернет-радиоһында мөхәррир. Ире хәрби. Ҡыҙҙары Камила, улдары Тимерхан балалар баҡсаһына йөрөй. "Әсәйем - тормош юлымда яҡты маяғым, һәр өлкәлә лә өлгө", - ти Роза.

“Донъя йәмле әсәйҙәр менән!” тигән конкурста ихлас ҡатнашҡан Мәрзиә Яҡшыбай ҡыҙы Батыраева өсөн дә тауыш бирәйек, дуҫтар. Йылы һүҙҙәрҙән торған комментарийҙар яҙайыҡ, лайктар ҡуяйыҡ.

Фотолар Мәрзиә Батыраеваның шәхси архивынан.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас