

Ҡараяр ауылы халҡы көтөп алған тантанаға йыйылды: ҙур төҙөкләндереү эштәренән һуң “Әүлиә шишмәһе” асылды. Байрамда район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, уның урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, ауылдаштар һәм ҡунаҡтар ҡатнашты, тип яҙа “Ҡариҙел” гәзите.
Тәмле һыуы һәм шифалы үҙенсәлектәре менән һөйөндөргән был шишмәне ауылдаштар күптән төҙөкләндереү уйы менән янһа ла, төрлө ҡаршылыҡтар арҡаһында ошо көнгә тиклем кисектерелеп киленгән. Ҡараярҙар, ысынлап та, ҙур эш башҡарған, бер нисә тапҡыр өмәгә йыйылған, төҙөкләндереү эштәренә ваҡыттарын һәм көсөн һалған. Проектты башҡарыу “Иллегә – илле” программаһына ярашлы атҡарылған, аҡсаның яртыһын муниципалитет, ә ҡалған өлөшөн ауылдаштар йәки бағыусылар түләргә тейеш булған.
Тантанала шишмәне төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индергән әүҙем ауылдаштарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә Ҡараяр ауыл биләмәһе башлығы Рәйсә Солтанова эштең һәр этабы тураһында һөйләп, бағыусыларҙың һәм ауылдаштарҙың тырышлығын билдәләп, ихласлыҡтары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Анфиса Сәйетгәрәева “Әүлиә шишмәһе”нең ауыл тормошона яңы үҙгәрештәр, йәм һәм күркәмлек килтерәсәгенә ышаныс белдерҙе, ә ауыл аҡһаҡалы Фәнәүи Сафин был ғәжәп һыу сығанағының ҡоролоҡ осоронда ла һайыҡмауы тураһында һөйләне.
Шишмә янына төшөү өсөн уңайлы баҫҡыс булдырылған. Тантанала ҡатнашыусыларҙы һыу сығанағы эргәһендә сюрприз да көтөп торған – үҙешмәкәр йыр ансамблендә ҡатнашыусылар күңелле йырҙары менән ҡаршы алды.