Йәмғиәт
25 Ноябрь 2023, 05:00

Йылы бирсәткәләр, шәмдәр һалдаттарға ебәрелә

Изге эштә балалар ҙа ихлас ҡатнаша.

Йылы бирсәткәләр, шәмдәр һалдаттарға ебәреләЙылы бирсәткәләр, шәмдәр һалдаттарға ебәрелә
Йылы бирсәткәләр, шәмдәр һалдаттарға ебәрелә

Ишембай районының Смаҡай ҡасабаһында ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары менәнбергәләп махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә шәмдәр эшләй. Күмәк булғас, эш тә ырай. Барлығы 100 шәм эшләп һалдаттарға оҙатырға, тигән маҡсат ҡуйған смаҡайҙар.

Бынан тыш ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары бирсәткәләр бәйләргә лә өлгөрә. Йөрәк йылыһын һалып бәйләгән бирсәткәләре һалдаттарҙың ҡулын ғына түгел, күңелдәрен дә йылытһын, тигән изге ниәт менән  башҡара улар был эштәрен.

Фотолар: Фәүзиә Насирова архивынан.

Йылы бирсәткәләр, шәмдәр һалдаттарға ебәрелә
Йылы бирсәткәләр, шәмдәр һалдаттарға ебәрелә
Йылы бирсәткәләр, шәмдәр һалдаттарға ебәрелә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас