Был сәләмде беҙгә Белорет районының Ноҡат ауылынан юллағандар. Бына нимә тип яҙалар:
"Аллаға шөкөр, бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарыбыҙға күстәнәс әҙерләнек, иҫән-һау ашаһындар, иҫән-һау, теүәл генә тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһындар. Быҡтырылған ит консервалары эшләргә ярҙам иткәндәре өсөн Зилә Бәхтийәроваға, Юлиә Хажиәхмәтоваға, Зилә Насироваға ҙур рәхмәт!"
Ноҡат ауылы халҡы был изге эште эшҡыуар Вил Солтанов тәҡдиме менән башҡарған. Йүнсел консерва эшләр өсөн ит биргән. Афариндар!
Фото: Илфат Усманов.