

Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән 11 бала әсәһе Зөлфиә Боҫҡонова - һоҡланғыс әсәләрҙең береһе. Татыу, уңған Боҫҡоновтар һигеҙ ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләй. Балаларын да үҙҙәре кеүек эшһөйәр, уңған итеп тәрбиәләй улар.
Һеҙҙең иғтибарға Боҫҡоновтарҙың ҡыҙы Зөмәрәнең әсәһе тураһында иншаһын тәҡдим итәбеҙ.
"Әсәйем – иң яҡын кешем. Ул шундай яғымлы, һөйкөмлө, наҙлы һәм тормошто яратыусан. Миңә ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итә һәм кәңәштәр бирә. Әсәйем – бик матур, аҡ ҡайындай һомғол буйлы. Һары бөҙрә сәстәре алтын иген һабағы төҫлө, ә зәңгәр күҙҙәре күк болон сәскәләренә оҡшаған. Уның күҙҙәре һәр саҡ көлөп тора. Нурлы йөҙө беҙҙең кәйефте күтәрә, тынысландыра ла. Әсәйем – түҙемле кеше, тыныс та ул, һәр кем менән матур итеп аралаша. Уның менән һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Уны барыһы ла ярата һәм хөрмәт итә. Әсәйем менән ғорурланабыҙ!" - тип яҙҙы Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Зөмәрә Боҫҡонова.
Бөтә әсәләрҙе лә байрам менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә балалар бәхете, донъя именлеге теләйбеҙ.
Фото һәм сығанаҡ: hakmar.ru ("Һаҡмар" гәзите төркөмө).