

Блогер Гөлиә Дауытова өләсәйҙәре менән уларҙың тыуған Әбйәлил районының Мәхмүт ауылына сәфәр ҡылып, тыуып үҫкән өйҙәре нигеҙен барып күреүҙәрен видеоға төшөргән. Ривә һәм Венера инәйҙәр 1941 йылда, атайҙары һуғышта булғанда, әсәйҙәре төҙөгән йортҡа ҡайтҡан. Әйткәндәй, Венера инәй - блогер "Башҡорт хужабикәһе"нең дә өләсәһе. Тыуған өйөн күргәс,уның йөҙө балаларса бер самимилыҡ менән яҡтырып китә. Тыуған ер, тыуған ауыл, тыуған өй һәр кемгә лә ғәзиз шул...
Гөлиә үҙе был иҫке генә кеше йәшәмәгән өйҙө: "Был өйҙө ваҡытында туғандарға бүләк иткәндәр, аҙаҡ шул уҡ урам эсендә яңы өй һалып сыҡҡандар, был өйҙө аласыҡ итеп йөрөткәндәр. Хужалары мәрхүм булғас, өйҙө емермәҫкә тигән һүҙҙе йыҡмағандар, шуға ултыра", - тип аңлата.
Комментарийҙарҙа һәр кем тыуған өйөн хәтерләп һағышлана. Кемдеңдер нигеҙе лә юҡ хәҙер...
Гөлшат Йосопова: