Йәмғиәт
27 Ноябрь 2023, 09:00

Йәштәр слеты була

Йыйын декабрь башында Мәскәүҙә уҙа.

Йәштәр слеты булаЙәштәр слеты була
Йәштәр слеты була

Республика йәштәре «Тартыу нөктәләре» проекты вәкилдәренең беренсе слетында ҡатнаша ала. 1 һәм 2 декабрҙә Мәскәүҙә киңлек хужалары, эксперттар һәм партнерлыҡ ойошмалары вәкилдәренең беренсе ҙур йыйылышы уҙа.

Беренсе ҙур слетта проект етәкселәре менән пленар сессия; 2024 йылға проектты үҫтереү йүнәлешен билдәләргә тейешле стратегик сессия; һөҙөмтәле коммуникациялар, партнерлыҡ, маркетинг темаларына федераль эксперттарҙан оҫталыҡ дәрестәре һәм лекциялар, шулай уҡ проекттың иң яҡшы өлгөләрен һәм эксперттарын бүләкләү тантанаһы ҡаралған.

Сара ВДНХ-ның 55-се павильонында - «Рәсәй» күргәҙмә-форум биләмәһендәге Йәштәр йортонда уҙа.

Автор фотоһы.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22310/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас