

Был тәбиғәткә быйыл аптырарлыҡ: көҙҙөң һуңғы айында шаптырлап ямғыр яуһынмы, йылғаларҙа боҙ китһенме...
"Салауат районы Лағыр ауылында Әй йылғаһында боҙ ҡуҙғалды. Әйтерһең дә, яҙ айы, тап шундай ваҡиға бөгөн, хәйерлегә булһын! - тип яҙған социаль селтәрҙә Фәрбизә Мусина.
Һеҙҙең яҡтарҙа йылғаларҙа боҙ ҡуҙғалдымы? Балыҡсыларҙы йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: боҙ тип ышанып йылғаға төшмәгеҙ, аҙағы фажиғәле тамамланыуы ихтимал. Һаҡланғанды һаҡлармын, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер.
Фото: Фәрбизә Мусинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.