Йәмғиәт
29 Ноябрь 2023, 14:15

Тура бәйләнеш башланды

Тәүге һорау махсус хәрби операция темаһына арналды. 

Тура бәйләнеш башландыТура бәйләнеш башланды
Тура бәйләнеш башланды

Әлеге ваҡытта республикала мөһим сәйәси ваҡиға башланды – Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа халыҡ менән аралаша. Уны 29 БЮТ, “Рәсәй 24”, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, ”Сәләм” телеканалдарында, “Юлдаш”, “Рәсәй радиоһы” радиостанцияларында тура эфирҙа,  Башҡортостан Башлығының “Бәйләнештә”,  “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә ҡарарға була.

Һорауҙар алдан йыйылды, кешеләр уны 17 ноябрҙән социаль селтәрҙәргә һәм видеоһорауҙар ебәрә алды. Һорауҙарығыҙ булһа, уны социаль селтәр аша бөгөн тура бәйләнеш барышында бирә алаһығыҙ. Әйткәндәй, был Радий Фәрит улының бишенсе ошондай тура бәйләнеше.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, һорауҙар бик күп килгән – меңләп самаһы. Әлбиттә, уларҙың күбеһенә бер кис эсендә генә яуап биреп булмаясаҡ. Шулай ҙа уларҙың күбеһе өйрәнелгән һәм ҡайһы берҙәре хатта хәл ителә лә башлаған. Радий Фәрит улы һорауҙарға ихлас яуап бирәсәкмен тине.

Беренсе һорауҙы Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса начальнигы Елена Прочаковская бирҙе.

– Дүшәмбе көн аҙналыҡ кәңәшмә үткәреү урынына һеҙҙең махсус хәрби операция биләмәһенә китеүегеҙ билдәле булды. Ни өсөн улай ҡапыл сығып киттегеҙ?

– Мин һәр ваҡыт шулай ҡапыл сығып китәм. Юлға сығыу тураһында ҡул аҫтында эшләгән кешеләр ҙә белмәй ҡалды. Максим Забелин һәм Андрей Назаров менән ЛХР, ДХР, Херсон, Запорожье яҡтарына барҙыҡ. Бөтәһен дә күреп булманы, бер полк һөжүмгә киткән ине. Луганскиҙа эшләгән табиптар менән осраштым. Улар хатта Яңы йыл байрамдарында ла ҡалып эшләргә әҙер. Яугирҙәрҙең бөтәһе лә беҙҙең өсөн мөһим. Улар ғаиләләре өсөн тыныс, сөнки беҙ бында улар менән төплө эшләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас