

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура эфиры барышында ҡыҙыу, сәйәси темалар ҙа булды. Уларҙың береһе - милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Башҡортостан Башлығының тура бәйләнеше халыҡты борсоған көнкүреш һорауҙарға оператив яуап алыу ҙа, тәрән өйрәнеү ҙә талап иткән темаларға акценттар яһау мөмкинлеге лә бирҙе. Шуларҙың береһе – милләт-ара татыулыҡ һәм дуҫлыҡ. Был – көндәлек эш һөҙөмтәһе. Айырыуса беҙгә ҡаршы мәғлүмәти һуғыш башланған осорҙа. Дошмандар милли мәсьәлә һәр ваҡыттағыса тыштан тәьҫир итеп булған тема тип иҫәпләй һәм кешеләрҙең иң ҡәҙерле хистәрендә уйнап маташа. Етәксебеҙ әйтеүенсә, мәғлүмәти һөжүмдәр һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында тора. Барыбыҙ ҙа шуны аңларға тейеш: уларҙың маҡсаты беҙҙе эстән, халыҡтар араһында талаштырыу. Хәлде быға ебәрмәү – һәр кемебеҙҙең бурысы. Бөтәбеҙ ҙә әүҙем рәүештә социаль селтәрҙәр менән файҙаланабыҙ, ә бөгөн тап унда мәғлүмәт фронты линияһы үтә. Уҡып, фекерҙәр ҡалдырып, репост яһап, кемделер хуплап йәки ризаһыҙлыҡ белдереп, һәр кем йәмәғәт фекере булдырыуҙа ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, виртуаль селтәрҙәге фекер алышыуҙарҙың ысын тормошта әүҙем хәрәкәткә әйләнеү осраҡтары ла бар. Мәҫәлән, бер журналист Махачкала аэропортындағы законһыҙ хәлдәр буйынса Башлыҡҡа һорау бирҙе. Билдәле булыуынса, ундағы тәртипһеҙлек дошмандар тарафынан планлаштырылған провакация, ул ситтән Рәсәй халыҡтарының этноконфессиональ берҙәмлеген бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Шуға күрә, Радий Хәбиров әйтеүенсә, “беҙҙең милләт-ара берҙәмлекте нығытырға кәрәк”, - тине ул.
Фото: шәхси архивтан.