

29 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы менән тура эфирҙа аралышты. Был мөһим сәйәси ваҡиғаны республика халҡы көтөп ала һәм ҡарай. Бөгөн уның буйынса ғалимдар, йәмәғәтселәр, политологтар, дәүләт эшмәкәрҙәре фекерҙәре менән уртаҡлаша. Тарих фәндәре докторы, Башҡортостандың стратегик тикшеренеүҙәр институтының ғилми секретары, Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры Айтуған Аҡманов баш ҡалала Салауат Юлаев һәйкәлен ремонтлау буйынса фекерен әйтте.
– Салауат Юлаев – башҡорт халҡының һәм башҡа республика халыҡтарының милли геройы. Ул XVIII быуатта дәүләткә һәм халыҡҡа принципиаль үҙгәрештәр кәрәк икәнлеген күрһәтте. Көсөргәнешле осорҙа һаулығын, үҙен тулыһынса бирҙе. Халыҡ уны әле лә иҫләй, шул эпизодтарҙы һаҡлап ҡалдырыу беҙҙең бурыс. Шуға күрә, әлбиттә, һәйкәл булырға тейеш, ул 1967 йылдан яр буйында тора. Ул беҙҙең ҡаланың, республиканың, халыҡтарҙың символы. Хатта мин уны бер яҡтан көрәш, икенсе яҡтан диалог төҙөү символы тип тә әйтер инем.
Әлбиттә, ипләп кенә тәртипкә килтереү кәрәк. Беҙҙең республикала төҙөлөш буйынса күп проекттар уңышлы башҡарыла һәм был сара ла уңышлы үтер тип уйлайым. 2024 йыл үтеп китһен дә, эште башлар кәрәк. Һәйкәл дә башҡа әйберҙәр кеүек ҡартая, боҙола башлай. Икенсе һорау, быны нисек ойошторорға? Кемдер урынында ҡалдырып эшләргә кәрәк тигән фекер әйтә. Бәлки, шулайҙыр. Тик был өлкәлә ғалимдарҙан тыш архитектура, төҙөлөш оҫталары үҙ фекерен әйтергә тейеш. Әлбиттә, Радий Фәрит улы күпте белә, ул бик яҡшы төҙөлөштәрҙе ойошторған кеше, шуға күрә дөрөҫ ҡарар ҡабул ителәсәгенә шикләнмәйем.
Тура бәйләнеш ваҡытында үҙем өсөн бик күп ҡыҙыҡ мәғлүмәт алдым. Ошондай аралашыу бик мөһим. Кәмендә бер тапҡыр, ә бәлки йылына бер нисә булһа ла, һәйбәт булыр ине.
Фото: А. Аҡмановтың шәхси архивынан.