

Рәсәй Президенты Владимир Путин 14 декабрҙә тура бәйләнеш һәм йыл һайын ойошторолған ҙур матбуғат конференцияһын үткәрәсәк, тип хәбәр итте дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков. 2022 йылда тура бәйләнеш тә, матбуғат конференцияһы ла үткәрелмәгәйне.
Берләшкән тура бәйләнеш һәм матбуғат конференцияһын үткәреү урыны иртәгә, 1 декабрҙә, иғлан ителә. Шул уҡ ваҡытта граждандарҙан һорауҙар ҡабул ителә башлаясаҡ, тип асыҡлыҡ индерҙе Дмитрий Песков. Уның һүҙҙәренсә, сара барышында Президент йылға йомғаҡ яһаясаҡ.
“Бының өсөн махсус булдырылған студияла журналистар ултырасаҡ, улар – Рәсәй төбәк журналистары, федераль журналистар, шулай уҡ Мәскәүҙә аккредитацияланған һәм Мәскәүҙә эшен дауам иткән сит ил журналистары”, – тип уртаҡлашты ул.
Владимир Путин менән һуңғы тура бәйләнеш 2021 йылдың 30 июнендә булған һәм ул 3 сәғәт 40 минут дауам иткән. Һуңғы ҙур матбуғат конференцияһы 2021 йылдың 23 декабрендә була һәм ул 3 сәғәт 56 минут бара. 2020 йылда коронавирус пандемияһы арҡаһында матбуғат конференцияһы гибрид форматта ойошторолдо – Владимир Путин журналистар менән видеоэлемтә аша аралашты, колл-үҙәк шулай уҡ граждандарҙан һорауҙар ҡабул итте.
Фото: kremlin.ru