Йәмғиәт
1 Декабря 2023, 16:40

БДМУ студенттары ятаҡ өсөн борсола

Етәкселек менән студенттар араһында аңлашмаусанлыҡ килеп сыҡҡан

БДМУ студенттары ятаҡ өсөн борсолаБДМУ студенттары ятаҡ өсөн борсола
БДМУ студенттары ятаҡ өсөн борсола

Инцидент-менеджмент системаһына БДМУ студенткаһы Әлиә Усманова яҙған.

“Һаумыһығыҙ, беҙ ярҙам һорарға һәм ниндәйҙер сара күреүегеҙҙе һорарға теләйбеҙ.

Беҙ, БДМУ студенттары, әлеге ваҡытта 4-се ятаҡта, Революция урамы, 74 адресы буйынса йәшәйбеҙ. Был ятаҡта сит ил студенттары күп, хәҙер уларҙың һаны шул тиклем артҡан, хатта уҡыу өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләрҙә лә Һиндостан студенттары төпләнгән.

Етәкселәрҙең киләһе тәҡдиме 4 студент йәшәгән бүлмәгә 5 кешене урынлаштырыу ине.

200-ҙән ашыу сит ил студенты килә, ә БДМУ-ның ятаҡтарҙа улар өсөн урындары юҡ, ләкин уларҙы урынһыҙ ҡалдыра алмайҙар, шуға күрә беҙҙең студенттар ятаҡтан күсерелә.

Ни өсөн белем алған, дәүләт тарафынан финансланған юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә тырышҡан, киләсәктә Башҡортостан Республикаһында эшләйәсәк маҡсатлы килешеүе булған студенттарға ҡарата шундай ҡараш икән?” – тип яҙа студенттар.

Медицина университетынан ошондай яуап алынған:

“Башҡорт дәүләт медицина университеты 5-се ятаҡҡа планлы рәүештә капиталь ремонт үткәрә һәм башҡа ятаҡтарҙы ла ремонтлай. Ремонт осоронда студенттар БДМУ кампусының башҡа ятаҡтарына урынлаштырыла. Миграция ҡануниәте сикләнеү сәбәпле БДМУ ятаҡтарына башҡа илдәрҙең гражданы булған студенттар күсерелә.

Башҡорт дәүләт аграр университеты менән ятаҡта урын менән тәьмин итеү тураһында килешеү бар, студенттарға БДАУ-ҙың 6-сы ятаҡ бүлмәләрендә йәшәү урыны тәҡдим ителә. Был Өфө ҡалаһы, Йәштәр бульвары, 4-се йорт.

БДМУ-ның 4-се ятағынан күсереләсәк студенттарҙы урынлаштырыу сығымдары ҡаплана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәҡдим ителгән күсереү тураһында мәғлүмәт студенттарға дөрөҫ еткерелмәгән, әлеге ваҡытта ятаҡ хакимиәте өҫтәмә асыҡлыҡ индерә. Килеп тыуған уңайһыҙлыҡтар өсөн уҡыусыларҙан ғәфү үтенәбеҙ”, - тип яҙа БДМУ-ның Мәғариф һәм социаль эш буйынса проректоры Артур Мостафин.

 

Фото БДМУ сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас