Йәмғиәт
1 Декабрь 2023, 06:00

Ейәнсуралар – Өфөлә!

"Тыуған яҡ таланттары" тигән концерт була.

Ейәнсуралар – Өфөлә!Ейәнсуралар – Өфөлә!
Ейәнсуралар – Өфөлә!

Бөгөн, 1 декабрҙә, киске сәғәт 6-ла Өфө ҡалаһында Ейәнсура районы яҡташтарының "Беҙ – бергә!" исемле йыйыны уҙғарыла. Осрашыу урыны – Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәге (элекке – "Химик" мәҙәниәт һарайы, адресы: Беренсе Май урамы, 47.)

Ейәнсура районынан мәртәбәле делегацияның килеүе көтөлә. Әйткәндәй, район бай күргәҙмә ойошторасаҡ. Ошо төбәк етештереүселәренең тауарҙарынан, оҫталарының эштәренән торған күргәҙмә мәҙәниәт усағының фойеһында эшләйәсәк.

Сараның пленар өлөшөндә район хакимиәте етәкселеге студенттар һәм халыҡ менән осрашып һөйләшәсәк. Аҙаҡтан "Тыуған яҡ таланттары" тигән концерт күрһәтеләсәк.

0+

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас