

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Гражданлыҡ-хоҡуҡи яуаплылығы” IX Бөтә Рәсәй юридик форумы эшен тамамланы.
Кисә ошо йыйын сиктәрендә “Хосуси хоҡуҡ тураһындағы диалогтар” тигән фәнни-ғәмәли конференция ойошторолһа, бөгөн унда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы гражданлыҡ ҡануниәтен кодификациялау һәм камиллаштырыу буйынса советтың күсмә ултырышы уҙғарылды.
Ултырышта Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Комитеты Рәйесе Павел Крашенинников, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы вәкилдәре, хоҡуҡ белгестәре ҡатнашты.
“Бөгөн тикшерелгән мәсьәләләр һуңынан ҡабул ителәсәк концепцияларҙың проекттары ғына булып тора, беҙ уларҙы тулыландырырбыҙ һәм камиллаштырырбыҙ, аныҡларбыҙ һәм ҡайһы бер өлөштәрен ҡыҫҡартырбыҙ тип уйлайым”, – тине үҙенең сығышында Хосуси хоуҡ тикшеренеүҙәр үҙәге советы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы гражданлыҡ ҡануниәтен кодификациялау һәм камиллаштырыу буйынса совет ағзаһы, юридик фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының Юғары суды ҡарамағындағы ғилми-консультатив совет ағзаһы Лидия Михеева. – “Мәҫәлән, “күрше хоҡуҡтары” тип алған хоҡуҡи концепция граждандар өсөн аңлайышлы булһын өсөн генә ошондай термин менән аталған. Күршеләргә ҡарата талаптар, уларға ҡарата һәр кемдең үҙ хоҡуҡтары һәм бурыстары, күршеләр менән мөнәсәбәттең ниндәй ҡануни хәлде тыуҙырырға һәләтле булыуы һәм башҡа аспекттар, әлбиттә, өҫтәмә һәм айырым фекер алышыуҙы, был йүнәлештәге закон проекттары буйынса эште дауам итеү кәрәклеген күҙ уңында тота”.
Сарала Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексына үҙгәрештәр индереү буйынса байтаҡ проекттар ҡаралды, тәҡдимдәр бирелде.
Ултырыштан һуң унда ҡатнашыусылар билдәле хоҡуҡ белгесе, СССР Фәндәр академияһы академигы, профессор, Башҡортостандың Ергән ауылында тыуып үҫкән Анатолий Венедиктовҡа (1887 – 1959) бюст асыу тантанаһы ойошторолдо, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе үҙенең быйылғы эшмәкәрлеге тураһындағы отчетҡа арналған ултырыш үткәрҙе.
Автор фотоһы.