Йәмғиәт
1 Декабрь 2023, 11:15

Креатив индустрия өлкәһендә 34 мең кеше мәшғүл

Өфөлә «ЭКСПО» күргәҙмә комплексы майҙансығында тәүгә креатив индустриялар форумы үтте.

Креатив индустрия өлкәһендә 34 мең кеше мәшғүлКреатив индустрия өлкәһендә 34 мең кеше мәшғүл
Креатив индустрия өлкәһендә 34 мең кеше мәшғүл

Башҡортостанда 34 меңдән ашыу кеше креатив индустрия өлкәһендә мәшғүл, уларҙың 14 меңгә яҡыны - иҡтисади эшмәкәрлек субъекттары. Был хаҡта Өфөләге «ЭКСПО» күргәҙмә комплексы майҙансығында тәүгә үткән креатив индустриялар форумында Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.

Сара «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге төрө булараҡ креатив индустрияны үҫтереү» пленар дискуссияһы форумдың төп сараһы булды.

Шулай уҡ форум сиктәрендә визаж һәм стилистика, бөҙрәхана сәнғәте, актер оҫталығы, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының вокал һәм музыка ҡоралдарында уйнауы, 3D-баҫма, моделләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22429/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас