

1 декабрҙә Өфөләге «ЭКСПО» күргәҙмәләр комплексында «Башҡортостан Республикаһында һөнәрҙәр аҙналығы» башланды. Унда илдең 10 төбәгенән 200-ҙән ашыу оҫта һәм һөнәрсе ҡатнаша. Сара «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә үткәрелә һәм 3 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһында һөнәрҙәр аҙналығы» эшлекле программаны, халыҡ художество кәсептәре өлкәһенең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн «Волга буйы» күргәҙмә-йәрминкәһен, «Өфө. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар» төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһен, «Иң яҡшы һөнәрсе-2023» республика конкурсы, шулай уҡ һөнәрселек һәм ижади оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороуҙы үҙ эсенә ала.
3 декабрҙә «Һөнәрҙәр аҙналығы» майҙансығында «Иң яҡшы һөнәрсе-2023» республика конкурсына йомғаҡ яһала. Конкурсҡа төбәктең 130-ҙан ашыу оҫтаһы ғариза биргән, уларҙың 100-ө финалға үткән.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22428/