

Хәҙер малайҙарға ҡыҙҙар исеме ҡушыу ғәҙәти күренешкә әйләнә бара шикелле. Күптән түгел генә был хаҡта яҙып үткәйнек, ноябрҙә тағы ла республикала Тайла исемле малай донъяға килгән. Был исем Америкала барлыҡҡа килгән, тәржемәһе "тегеүсе" тигәнде аңлата. Ата-әсәһе улына һайлаған ғәҙәти булмаған исем тураһында ЗАГС хеҙмәтенән хәбәр иткәндәр.
Шулай уҡ үткән айҙа ят булған Самуил, Габриэль, Мәзит, Рамон исемле сабыйҙар тыуған. Улар – республикала иң һирәк исемдәрҙең береһе.
Ә ҡыҙҙар араһында Әсминә, Хоанг Хай Ань, Святослава, Сонна һәм Адрианна был айҙа иң үҙенсәлекле исемдәр тип табылған.
Исемең матур, кем ҡушҡан, тип әйтәләр ине боронораҡ, хәҙер ҡолаҡҡа ят исемдәрҙе ишетеп: "Ыста, шундай исемдәр ҙә бармы икән?" - тип уйлайҙарҙыр.
Фото:freepik.com