Йәмғиәт
3 Декабрь 2023, 12:00

"Был - беҙҙең һуңғы фото"...

Бала юғалтыу – һәр ата-әсә өсөн ҙур фажиғә, һәм унан һуң артабан йәшәүе бик ауыр. Әммә мин әле уларҙың йөҙөндә йылмайыу күрәм, барыһы ла бәләкәй Эдгар арҡаһында.

"Был - беҙҙең һуңғы фото"..."Был - беҙҙең һуңғы фото"...
"Был - беҙҙең һуңғы фото"...

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев үҙенең хеҙмәттәше тураһында һөйләне. Ул казарма емерелгән саҡта һәләк булған. Рөстәм дуҫының ата-әсәһен, мәктәбен барып күргән, осрашыу үткәргән.

“Белорет ҡалаһына барып килдем. Хеҙмәттәшемдең ата-әсәһенә инеп сыҡтым. Был һүрәттә – беҙҙең һуңғы төшкән фото. Иртәгәһенә ул һәләк булды...

Вадим менән беҙ Омск ҡалаһындағы уҡыу үҙәгендә таныштыҡ. Ул шул тиклем ябай һәм ихлас егет ине, миңә шунда уҡ оҡшаны, “үҙемдең” кеше булып китте. Һәр саҡ һөйләшер өсөн темалар таба инек – эш, ҡыҙыҡһыныуҙар, тормошҡа ҡараш, мөнәсәбәттәр. Ҡиммәттәребеҙ оҡшаш ине, шул беҙҙе яҡынайтҡандыр ҙа инде. Тағы ла ул белемле һәм аҡыллы ине. Командир һәр ваҡыт ҡағыҙ эшен унан эшләтә торғайны.

Мин күп егеттәр менән һәйбәт мөнәсәбәттә булдым, тик Вадим менән ысын дуҫлыҡ барлыҡҡа килде. Бер-беребеҙгә ярҙам иттек, Тыуған ерҙән алыҫта таяныс булырға тырыштыҡ, һәр эште бергә башҡарҙыҡ.

Вадим ғаиләлә берҙән-бер бала ине һәм фажиғәнән һуң алты йыл үткәс кенә ата-әсәһе тағы бер бала табырға йөрьәт иткән. Бала юғалтыу – һәр ата-әсә өсөн ҙур фажиғә һәм унан һуң артабан йәшәүе бик ауыр. Әммә мин әле уларҙың йөҙөндә йылмайыу күрәм, барыһы ла бәләкәй Эдгар арҡаһында.

Улар менән күрешеүе бик йылы булды. Юл ыңғайы мәктәпкә инеп сыҡтыҡ. Вадим ерләнгән ауылда булдыҡ. Уҡытыусылары, балалар мине күптән көтә ине. Осрашыу бик матур булды. Кешеләр минең менән осрашыр, аралашыр өсөн килгән. Мөғжизә кеүек булды. Ваҡытығыҙҙы миңә бүлгәнегеҙ өсөн һәр кемгә рәхмәт”, – тип яҙҙы ул.

Фото: Телеграм. 

 

"Был - беҙҙең һуңғы фото"...
"Был - беҙҙең һуңғы фото"...
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас