Йәмғиәт
3 Декабрь 2023, 17:30

Мәскәүҙә - башҡорт һабантуйы

Ҡыҙ баланың хыялы тормошҡа ашасаҡ

Мәскәүҙә - башҡорт һабантуйыМәскәүҙә - башҡорт һабантуйы
Мәскәүҙә - башҡорт һабантуйы

3 декабрҙә Мәскәүҙә “Рәсәй” күргәҙмә-форумы сиктәрендә традицион башҡорт һабантуйы уҙғарылды. “Терра ҡыш” байрамында төрлө саралар ойошторолдо: уҡтан атыу, быймала хоккей уйнау, Ҡыш бабай менән арҡан тартыш һ.б. Ҡунаҡтарға һәм ҡатнашыусыларға баллы эҫе сәй ҙә тәҡдим ителде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡунаҡтар менән бергә халыҡ кәсепселәренең күргәҙмәһе менән танышты, утта бешкән һыйҙан ауыҙ итте. Яңы йыл шыршыһы янында етәксе теләк теләне һәм бер ҡыҙҙың теләк-конвертын тартып сығарҙы. Иҙән шахматы һорап яҙған баланың теләген үтәйәсәген белдерҙе.  Артабан 100 Ҡарһылыу яңы йыл хороводында әйләнде.   

Александр Данилов фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас