

Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡала буйлап йөрөнө. Ул был турала телеграмда түбәндәгеләрҙе яҙҙы:
“Ял иртәһе ҡала буйлап йөрөүҙән башланды. Күп итеп ҡар яуыу эҙемтәләрен бөтөрөүҙе дауам итәбеҙ. Яңы ҡар иретеү предприятиеһында булдым. Әлфир Әлфрит улы тәҡдиме буйынса 20 тонналы машина водителе булып эшләп ҡараным.
Әйткәндәй, был яңы МАЗ-дар, беҙ уларҙы белорустарҙан һатып алдыҡ. Радий Фәрит улына Өфөгә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт. Ҡыш көнө ҡаланы тиҙерәк таҙартыу өсөн артабан да ҡар иретеү пункттары төҙөйәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы ул.
Фото: видеонан скриншот.