Йәмғиәт
4 Декабрь 2023, 12:30

Буш ер участкалары бар

Асыҡланған участкалар Росреестрҙың асыҡ кадастр картаһында «Төҙөлөш өсөн ер» сервисында урынлаштырыла.

Буш ер участкалары барБуш ер участкалары бар
Буш ер участкалары бар

Башҡортостанда республика ведомство-ара эшсе төркөм ултырышы йомғаҡтары буйынса «Төҙөлөш өсөн ер» проекты майҙаны 875 гектар тәшкил иткән 27 яңы ер участкаһы һәм биләмә менән тулыланды. Улар Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Борай, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Көйөргәҙе, Мәләүез, Шишмә райондарында, шулай уҡ Өфө һәм Күмертау ҡала округтарында урынлашҡан.

Асыҡланған участкалар Росреестрҙың асыҡ кадастр картаһында «Төҙөлөш өсөн ер» сервисында урынлаштырыла.

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөнә буш ерҙәрҙе ҡарау өсөн асыҡ кадастр картаһы сайтында «Торлаҡ төҙөлөшө» эҙләү тибын һайларға һәм эҙләү юлына төбәктең номерын, 02:* символдарын индерергә кәрәк. Биләмә менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ тураһында хәбәр итеү өсөн тейешле объекттың мәғлүмәт тәҙрәһендә «Мөрәжәғәт итергә» һылтанмаһына баҫыу зарур.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22443/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас