Йәмғиәт
5 Декабрь 2023, 16:45

“Төндә был урын һырғалаҡҡа әйләнәсәк”, тип борсола халыҡ

"Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эҙемтәләр бөтөрөләсәк, юл таҙартыласаҡ. Юлдағы хәл-торош контролдә тотола”, - тине Совет районы хакимиәте башлығы. 

“Төндә был урын һырғалаҡҡа әйләнәсәк”, тип борсола халыҡ“Төндә был урын һырғалаҡҡа әйләнәсәк”, тип борсола халыҡ
“Төндә был урын һырғалаҡҡа әйләнәсәк”, тип борсола халыҡ

“БашДТП”-ның Телеграм каналында Өфөнөң Галле урамында Затон ҡулсаһы янында канализация селтәрендә авария булыуы, төндә был урындыңтуңып, һырғалаҡҡа әйләнеү ихтималлығы тураһында хәбәр иттеләр.

Был хәлгә баш ҡаланың Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Бәҙғетдинов аңлатма бирҙе. Ул авария урынына барып, хәл-торош тураһында видеомөрәжәғәт менән сығыш яһаны.

“Хөрмәтле Өфө халҡы!

Галле урамында Затон ҡулсаһы янындағы хәл контролгә алынды. Урында авария хеҙмәттәре эшләй. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эҙемтәләр бөтөрөләсәк, юл таҙартыласаҡ. Юлдағы хәл-торош контролдә тотола”, - тине Айҙар Рафаил улы.

Күреүебеҙсә, әле ныҡлы ғына һыуытып тора, шуға күрә был участкалағы хәл тиҙ арала яйға һалынып, иртәнге сәғәттә эшкә барыусыларға мәшәҡәт тыуҙырмаҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Фотолар: видеонан скриншот.
Видеолар: “БашДТП”-ның Телеграм каналы һәм vk.com/bazgudinov

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас