Йәмғиәт
6 Декабря 2023, 02:00

Оло йәштәге инәйҙе ейәне ҡыуандырған.

Йылайыр районында йәшәгән 81 йәшлек инәй ысын хоккей ҡараған.

Оло йәштәге инәйҙе ейәне ҡыуандырған.Оло йәштәге инәйҙе ейәне ҡыуандырған.
Оло йәштәге инәйҙе ейәне ҡыуандырған.

Йылайыр районының Йомағужа ауылында йәшәгән инәйҙең шатлығы ҙур: уға ейәне күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән.

"Бер тапҡыр булһа ла Өфө-Аренала ысын хоккей ҡараһаң ине!" - тип хыялланған 81 йәшлек Фәрзәнә инәй Рахманғолованың теләген ейәне Ринат тормошҡа ашыра. Ул Әсәйҙәр көнө уңайынан яратҡан өләсәһенә, әсәһенә, инәһенә һәм һеңлеһенә хоккейға билет бүләк итә.

Фото: "Ҡыпсаҡ ауылы"төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас